Обучающий семинар

Январь 25, 2025 Просмотров: 6
️Бөгөн, йәғни 25 ғинуар көнө, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының имтиханға әҙерлек буйынса сираттағы семинар-кәңәшмәһе үтте.

 Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Айгөл Сабирйән ҡыҙы Шәрәфетдинованың "Уҡыусыларҙы имтиханға әҙерләгәндә ҡулланылған практик һәм методик алымдар" исемле сығышы фәһемле һәм урынлы булды. Боранғол мәктәбе уҡытыусыһы Ғибәҙәтова Наилә Камил ҡыҙы инша яҙыу серҙәрен төшөндөрҙө. Уҡытыусылар бирелгән план буйынса инша яҙҙылар, инша төрҙәрен билдәләнеләр. Гөлшат Рим ҡыҙы Ғәбитова башҡорт әҙәбиәтенән уҡыусыларҙы имтиханға әҙерләүҙә ҡулланған практик алымдары менән бүлеште.

Ғөмүмән алғанда, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары семинар- кәңәшмәнең бик тә файҙалы һәм кәрәкле булыуын билдәләп үттеләр.

#Образование_Абзелил