Решаем вместе (проект школьников)

Апрель 13, 2023 Просмотров: 88

Мәктәп — беҙҙең икенсе йортобоҙ, уны яҡшыраҡ эшләйәсәкбеҙ!» — тап ошондай девиз менән 1-се Асҡар урта мәктәбенең юғары класс уҡыусылары советы «Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау» проектында ҡатнашырға ҡарар итте.

Совет ултырышында тәҡдим ителгән проект варианттары ҡаралды. Уҡыусылар бөгөнгө көнгә иң актуаль биш мәсьәләгә туҡталды. Улар — хәрби-патриотик ҡаласыҡ төҙөү, «Energy» фитнес клубын ойоштороу, мәктәптең үҙ типографияһында үҙ гәзитен нәшер итеүҙе күҙ уңында тотҡан «Беренсе» мәғлүмәт үҙәген булдырыу,  өҫтәл уйындары менән уҡыусылар өсөн ял итеү зонаһы йыһазландырыу, саңғы базаһын заманса саңғылар менән тәьмин итеү.

Артабан был проекттар тауыш биреүгә ҡуйыласаҡ. Иң отошлоһо республика кимәлендәге конкурсҡа тәҡдим ителәсәк.

Линиза УЙЫЛДАНОВА,

тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе.