Урал Батыр
Май 22, 2025
Просмотров: 142
21 май көнө "Урал батыр"йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсының зона этабы Әбйәлил районында үтте. Урал аръяғы зонаһы этабында ҡатнашырға 8 райондан-Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр,Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил һәм Межгорье, Сибай ҡалаларынан килделәр. "Урал батыр" эпосы- башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, бай хазинаһы.
Мәртәбәле конкурста Әбйәлил районы 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары командаһы: Миһранов Данил(7в класы), Рәхмәтов Илвир(7в класы), Рәхмәтов Вилдан(9в класы), Йәнекәева Линара(10а класы) 1-се урын яуланылар(етәкселәре Ғәлләмова З. Р.)
Афарин, уҡыусылар!
Тыуған илде "Урал батыр" кеүек яратығыҙ, күңелегеҙҙә һәр ваҡыт илһам, рух булһын!