Остаз

Ноябрь 18, 2023 Просмотров: 76
Хәйерле көн! Кисә, йәғни 17 ноябрь көнө Ейәнсура районы, Абзан урта мәктәбендә " Остаз" Республика конкурсының зональ этабы( Урал аръяғы райондары өсөн) үтте. 9 район командалары ҡатнашты. Конкурс өс этаптан торҙо:1) визитка; 2) мастер- класс; 3) этноквиз.
Бөтә этаптарҙы ла уңышлы үтеп, Әбйәлил районы уҡытыусылар командаһы " Һөнәремә тоғро ҡалам" номинацияһында еңде. Әбйәлил уҡытыусылары командаһы составында уңышлы сығыш яһаған Альбина Ринат ҡыҙын, Әлфиә Бәхтиәр ҡыҙын, Шәүрә Ильяс ҡыҙын, Рита һәм Лира Сәлимйән ҡыҙҙарын, Илсиә Мөбәрәк ҡыҙын, Айгөл Сабирйән ҡыҙын, Әлфиә Дамир ҡыҙын, Динә Рәйес ҡыҙын, беҙгә эште ойоштороуҙа ярҙам иткән Зөлфиә Василь ҡыҙын ҡотлайбыҙ!!! Лира Сәлимйән ҡыҙының тормош иптәше Хәйҙәргә(матур итеп рамалар эшләп бирҙе), водитель Фәнис Миҙхәт улына, сценарий яҙыуҙа ярҙам иткән Илүзә Мөҙәрис ҡыҙына, йырҙы яҙҙыртҡан Фәрит ағайға ҙур рәхмәт! Ваҡыттары, сығымдары менән иҫәпләшмәй, көн һайын эштән һуң ҡараңғыға тиклем репетицияларға йөрөгәнегеҙ, район өсөн тырышҡанығыҙ, төплө белемегеҙ, идеяларығыҙ  өсөн коллегаларға айырыуса ҙур рәхмәт! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә гел генә уңыштар юлдаш булһын!!!

Галлямова З.Р.