Рәхмәт урта мәктәбендә филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинованың иҫтәлегенә арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте
Март 15, 2024
Просмотров: 81
14 март көнө Рәхмәт мәктәбендә филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары кавалеры Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙына арналған район фәнни- ғәмәли практик конференция үтте. Сарала ғалимәнең туғандары(һеңлеһе, улы Тимур), уҡыусыһы филология фәндәре кандидаты Ғәлимә Ғәйнетдин ҡыҙы Галинаның ҡатнашыуы мәртәбә генә өҫтәне. 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенең уҡыусылары Мырҙабаева Юлиә, 8б кл еңеүсе( етәксеһе Абдрахманова Л. С.), Мәжитова Эльвира, 10кл( етәксеһе Харисова Р. С.) һәм Миһранов Данил 6кл ( етәксеһе Ғәлләмова З. Р.) призёр булдылар. Афарин, уҡыусылар!!!