Открытие военного городка
Май 22, 2024
Просмотров: 85
1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыларының хәрби ҡаласыҡ булдырыу теләге бойомға ашты. “Мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау проекты”на тәҡдим ителгән проект республика конкурсында хупланып, уны финанслауға 500 мең һум күләмендә аҡса бүленде. Бөгөн ул тантаналы асылды.
– Яңы уҡыу йылында ОБЖ дәрестәрен күбеһенсә асыҡ һауала үҙебеҙҙең хәрби ҡаласыҡта уҙғарасаҡбыҙ, кәрәкле ҡорамалдар – тир, лабиринт, ҡаршылыҡтар һыҙаты, спорт стенкалары менән йыһазландырылған комплекс практик дәрестәр уҙғарыу өсөн бик ҡулай. Бында шулай уҡ “Зарница” уйындары, район ярыштары үткәрергә лә була, – тине тантанала мәктәптең “Ягуар” хәрби-патриотик клубы етәксеһе, ОБЖ уҡытыусыһы Ә. Х. Абдрахманова.
Уҡыусыларҙың ҙур шатлығын мәктәп директоры М. Й. Ямалова ла бүлеште, физик һәм рухи яҡтан сәләмәт булып үҫеүҙәрен һәм, әлбиттә, булдырылғандың ҡәҙерен белеүҙәрен теләне.
Сарла "Ягуар" клубы ағзалы күрһәтмә сығыштар яһаны. Еңеү көнөндә үҙәк майҙан сәхнәһендә сығыш яһаған 4-се класс уҡыусылары "Ҡорал менән дефиле" күрһәтте, "Битва хоров" конкурсы еңеүселәре булған 2-се "а" класы уҡыусылары үҙҙәренең хәрби йырын башҡарҙы.
Источник: https://vk.com/wall-106859930_121089
Источник: https://vk.com/wall-106859930_121089