Обучающий семинар
Декабрь 22, 2024
Просмотров: 126
21 декабрь көнө 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбендә Харисова Рита Сәлимйән ҡыҙы район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына "Уҡыусыларҙы башҡорт теленән БДИ-ға әҙерләүҙә ҡулланылған методик алымдар" исемле оҫталыҡ класын тәҡдим итте. Уҡытыусылар методик алымдар менән танышҡас, үҙҙәре лә фонетик анализ эшләнеләр, тест һорауҙарына яуап бирҙеләр. Эш варианттарын дөйөм чатҡа һалып, системаға килтерергә кәңәш ҡорҙолар. Уҡытыусылар оҫталыҡ класының бик кәрәкле, файҙалы булыуын, артабан эшебеҙҙә күрһәтелгән алымдарҙы ҡулланырбыҙ,тип билдәләнеләр.