1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законын тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль-ара семинар.

"Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законын тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль-ара семинар.

Декабрь 22, 2024 Просмотров: 301
19декабрь көнө Баймаҡ районы Иҫке Сибай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре концепцияһын, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законын тормошҡа ашырыу буйынса муниципаль-ара семинар үтте.

 Әбйәлилдән делегация составында Абдрахманова Гульназ Рәжәп ҡыҙы( Ҡаҙмаш мәктәбе), Ғәбитова Гөлшат Рим ҡыҙы( Боранғол мәктәбе), Ғәлиуллина Динә Рәйес ҡыҙы( Һамар мәктәбе),Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы(Асҡар мәктәбе), Замалитдинова Гөлнара Шамил ҡыҙы( Атауҙы мәктәбе), Мулләхмәтова Альбина Ринат ҡыҙы(Т. Кусимов исемендәге гимназия), Мәғәсүмова Әҡлимә Әҡсән ҡыҙы( Михайловка мәктәбе), Мырҙабулатова Динара Зиннур ҡыҙы( Ишбулды мәктәбе), Харисова Рита Сәлимйән ҡыҙы(Асҡар мәктәбе), 
Әлибаева Эльза Илдар ҡыҙы( Хәлил мәктәбе), Моратшина Гөлфиә Хәсән ҡыҙы(Әбделмәмбәт мәктәбе), Ырыҫбаева Әлиә Сәлих ҡыҙы("Миләш" балалар баҡсаһы), Хәмитова Фирүзә Зиннур ҡыҙы("Ҡайынҡай" балалар баҡсаһы) барҙылар.

Асыҡ дәрестәр(практик кейстар) ҡаралды, "Роботехника", "Лингафон", "Логопедия" кабинеттарына, геология музейына экскурсия ойошторолдо. Благовещен ҡалаһынан, Йылайыр районынан, "СМАРТ" гимназияһынан килгән уҡытыусылар коллегаларына мастер- класс үткәрҙеләр.
"Мин яратам һине, туған телем!" исемле әҙәби музыкаль композиция барыһына оҡшаны, рухлы, туған телен ҡәҙерләгән уҡыусыларға һоҡланырға ғына ҡала.
Пленар өлөштә Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Ирмәков Фәнил Рамаҙан улы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Ишемғолов Морат Нил улы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы, Өфө фән һәм технологиялар университетының декан ур ынбаҫары Әлимбаева Гөлшаян Ғәбсәләм ҡыҙы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты( филиалы) педагогия факультеты доценты Ласынова Нәйлә Азамат ҡыҙы, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әбделмәнова Әлфиә Вәкил ҡыҙы, республика ата-әсәләр советы рәйесе Уразбахтин Айбулат Алик улы, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы исемендәге гимназия директоры Садыҡова Эльвира Ғабдулбарый ҡыҙы, Баймаҡ районы Күсей мәктәбе уҡытыусыһы Латыпова Илүзә Мөхәммәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ишдәүләтова Әлиә Рита ҡыҙы сығыш яһанылар. Ғөмүмән, семинар бик фәһемле, файҙалы булды.

Шундай мәртәбәле сараға делегацияны ойоштороп, транспорт табып ебәргәндәре өсөн Вәсилә Сәғит ҡыҙына, Илнур Виль улына, Елена Николаевнаға, водитель Хәйбуллин Наил Иштимер улына рәхмәтлебеҙ!

#Образование_Абзелил
https://vk.com/wall-210332186_9773