Курсы
Апрель 28, 2025
Просмотров: 127
Бөгөн, йәғни 28 апрель көнө мәғарифты үҫтереү институтынан доцент, филология фәндәре кандидаттары Мөнир Иҙел улы Ҡарабаев "Камил шәхес тәрбиәләүҙә туған телдең роле", Илшат Камил улы Янбаев " Художестволы әҫәрҙе анализлау принциптары һәм алымдары" темалары буйынса Әбйәлил районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына курс үткәрҙеләр. Бөтәһе курста 28 уҡытыусы ҡатнашты. Методист Аэлита Сәғит ҡыҙы сараны асып, курсты үткәреүселәргә, уҡытыусыларға уңышлы, ижади эш көнө теләне.Ысынлап та уҡытыусылар тел белгестәре менән осрашыуҙан илһам, эштәренә яңы һулыш, рухи көс алдылар.Башҡорт теле уҡытыусылары курстың бик фәһемле булыуын билдәләп үттеләр. Шулай уҡ курсты ойоштороусыларға, Мөнир Иҙел улы Ҡарабаевҡа, Илшат Камил улы Янбаевҡа ҙур рәхмәт әйттеләр һәм эштәрендә уңыштар теләнеләр