1. Учителям
  2. Новости
  3. Региональный этап ВсОШ

Региональный этап ВсОШ

Январь 10, 2025 Просмотров: 167
2025 йылдың тәүге эш көнөндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада ябылыу тантанаһы Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан 39-сы тапҡыр ойошторолдо. 
Олимпиадала ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара: уҙған йылда 287 уҡыусы булһа, быйыл 316 бала һуңғы йомғаҡлау этабында ҡатнашҡан. Ә беҙҙең Әбйәлил районынан 18 ҡатнашыусы булды.
Шулай итеп Һөҙөмтәлә:

Илһамова Наҙгөл 10 класс уҡыусыһы гимназиянан, еңеүсе! 

Призерҙар
Ғәбитова Фирүзә, 9кл., Боранғол мәктәбе, 
Абдуллина Яҙгөл, 10кл., Хәмит мәктәбе, 
Дауытова Наҙгөл, 11 кл, Әбделмәмбәт мәктәбе
Әхмәтшина Лиана, 9кл,
Ғәлиуллина Азалия,10кл., 
Рәхмәтуллина Ләйсән, 10 кл., гимназия уҡыусылары
Аҡмулла исемендәге университеттың махсус призына Ишбулдина Ләйсән (Асҡар мәктәбе, 11кл.), Мәғарифты үҫтереү институтының махсус призына Моратова Камила (гимназия, 10кл.) лайыҡ булдылар! 
Ҡотлайбыҙ! Афарин! 

Башҡорт телен яратып өйрәнеүсе, туған телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен ихтирам итеүсе ҡатнашыусыларыбыҙға уҡыуҙарында уңыштар, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!